Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Анновкалағы фельдшер - акушерлыҡ пункты шулай уҡ Васильевка һәм Владимиро-Николаевский ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Был барлығы 178 кеше, шуларҙың 28-е балалар. Пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыусы фельдшер ҡабул итәсәк.
Модулле ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә төҙөлгән, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пунктта дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлек бар. Бина шулай уҡ хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға хеҙмәт күрһәтеү өсөн дә яйлаштырылған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.