Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2019, 11:20

Ауыл ерендә йәшәгән ололар өсөн

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары өсөнсө уҡыуҙан “Башҡортостанда граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында"ғы республика законына үҙгәрештәр ҡабул итте: ауыл ерендә йәшәгән ололарҙы дауаханаға алып барыу өсөн улар ашығыс социаль хеҙмәттәр исемлегенә индерелде.

Был проект "Демография" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Уның өсөн 22 махсус автомобиль һатып алынған. Улар ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән олораҡтарҙы дауаханаларға һәм башҡа медицина учреждениеларына алып барыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Ошо уҡ ҡануниәт менән стационар формала өйҙә бушлай социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡлы кешеләр исемлеге киңәйтелде. Уларға хәҙер үтә ауыр хәлдә булған һәм социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарай.

#Национальныепроекты.

Лилия Такаева.

Читайте нас: