Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2019, 13:55

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты: Ауырғазыла модулле фельдшер-акушер пункты асылды

20 декабрҙә райондың Степановка ауылында райондағы тәүге модулле ФАП сафҡа инде. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ҡоролған.

Медпункт алты ауылды - Степановка, Александровка, Марьяновка, Нәжметдин, Добровольный һәм Терешковканы хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа меңгә яҡын кеше йәшәй, балалар һаны - 167. Модулле ФАП барлыҡ заманса талаптарға һәм медицина ҡағиҙәләренә яуап бирә. Эҫе һәм һыуыҡ һыу үткән, электр йылытыуы бар, елләтелә. Фельдшер, акушер һәм үҙәк район дауаханаһының күсмә бригадаһы табиптары пациенттарҙы ҡабул итә алһын өсөн медицина йыһаздары бар. Бина фельдшер, ҡарау, процедуралар өсөн бүлмәләргә, көнкүреш блогына һәм санузелға бүленгән. Халыҡты, шул иҫәптән һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе ҡабул итеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/auli--a-lau-milli-proekti-Auir-azila-modulle-feldsher-akusher-punkti-asildi-51502/
Читайте нас: