Алкоголь йәки наркотик билдәләре теүәл аңлашылмаған осраҡта ошондай ысулды ҡулланыуҙары бар. Экспресс-тест контактһыҙ алкоголь детекторы һәм һеләгәй тикшереү өсөн ҡағыҙ наркотест ярҙамында үткәрелергә мөмкин. Һүҙ медицина тикшереүе тураһында түгел, ә водителдәрҙе алдан тикшереү тураһында бара.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тәү сиратта юл-транспорт һәләкәттәрен кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның ҡаҙаныштарының бер сараһы булып машина йөрөтөүселәрҙең торошон контролдә тотоуҙы көсәйтеү тора. 2024 йылға тиклем водителдәрҙе тикшереү өсөн 94 миллион экспресс-тест һатып алыу планлаштырыла.