Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2019, 13:00

Көйөргәҙе йүнселдәре ниҙәр тәҡдим итә?

Рәсәй Президенты ҡуйған бурысҡа ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ныҡлы нигеҙе булырға тейеш.

Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.

Бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәтендә урындағы етәксе Юлай Ильясов рәйеслегендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Унда өс инвестиция проекты ҡаралды.

Беренсеһе – йүнсел Иван Бельченконың Холмогор ауылындағы ҡуртымға алынған быуала балыҡ үрсетеү буйынса бизнес-проекты. Икенсеһе – Ермолаевка ауылының Чкалов урамын ремонтлау һәм автотранспорт саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән эшҡыуар Сергей Муравьевтың тәҡдиме. Был ике проектты үҫтереү өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам алыуға булышлыҡ ҡылырға ҡарар ителде.

Өсөнсө һорау менән шәхси эшҡыуар А. Әйүпов мөрәжәғәт итеп, транспорт ташыуҙарындағы киҫкен хәл тураһында еткерҙе. Был проект буйынса яҡын арала эш ултырышы үткәреп, мәсьәләне төрлө яҡлап асыҡлау тәҡдим ителде.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.

Автор: Дилбәр Ишморатова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/K-y-rg-e-y-nseld-re-ni-r-t-dim-it-46730/
Читайте нас: