Сарала баш ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫарҙары, идарасы компанияларҙың, ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙың етәкселәре, шулай уҡ “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова ҡатнашты.
Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров башҡарма власть органдары етәкселәренә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ата-әсәләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында йәмәғәт ойошмалары менән ярты йыл һайын осрашыуҙар уҙғарырға ҡушҡайны. Тап шуға ла Гөлшат Ибраһимова менән һөйләшеүгә тиклем үк ведомство һәм ойошмаларға барлыҡ борсоған мәсьәләләр исемлеге ебәрелгәйне.
Асыҡланыуынса, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең байтаҡ проблемаһы йыйылып өлгөргән. Мәҫәлән, ихаталарҙа автомобилдәрҙе ҡуйыр урындар булдырыу, “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу, йорт яны биләмәләрен яҡтыртыу, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән етешһеҙлектәр... Төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге осрашыуҙа хәл итеү мөмкин булмаған һорауҙар айырым исемлеккә индерелде.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ихаталарҙы төҙөкләндереү барышында сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә, бигерәк тә балаларға йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырыу мөһимлеген белдерҙе. Уйын майҙансыҡтарында, әгәр был ихатала инвалид бала йәшәй икән, уға тәғәйен уйын комплекстары урынлаштырыр кәрәк. Автомобиль туҡталҡаларында ла улар өсөн махсус билдәләр булырға тейеш.