Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Декабрь 2019, 11:10

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Кисә Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органдары – ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде.

ЗАГС органдары йәмғиәт тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы – сабый тыуыуҙы, яңы ғаилә барлыҡҡа килеүҙе йә тарҡалыуҙы, граждандың вафатын рәсми теркәй, иҫәп алып бара. Советтар Союзында “Никахлашыу, балалар һәм гражданлыҡ хәлен теркәү тураһында”ғы тәүге документҡа 1917 йылдың 18 декабрендә ҡул ҡуйылған, был декрет Совет дәүләтенең ғаилә, ир менән ҡатындың тиң хоҡуҡлылығы өлкәһендәге тәүге закон булып тора. Әлеге ваҡытта илебеҙҙә ғаилә мөнәсәбәттәре 1995 йылда раҫланған “Ғаилә кодексы” менән көйләнә.

ЗАГС органдары гражданиндың хоҡуҡи статусы нигеҙҙәрен билдәләй, теүәллек һәм ҙур яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Сибай һәм Белорет ҡалаларының ЗАГС бүлектәрендә юбилей иҫәпле яңы тыуған сабыйҙарҙы тәбрикләгәндәр.

Сибайҙа 700-се акт менән яңы тыуған Роман Марат улы Бүребаев теркәлгән. Роман – Марат һәм Ксения Бүребаевтарҙың тәүге сабыйы. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йәш атайға иҫтәлекле бүләктәр тапшырған, иң изге теләктәрен еткергән.

Ә Белорет ҡалаһы һәм районы ЗАГС бүлегендә меңенсе сабый тыуған. Арыҫлан исемле егет Рөстәм һәм Әлиә Исмәғилевтар ғаиләһендә донъяға килгән.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә тыуымға ҡарағанда үлемдең күберәк булыуы бер кемгә лә сер түгел. Дәүләт властарының иң юғары даирәләрендә лә белеп торалар: Рәсәйҙә демографик хәлде күп балалы ғаиләләрҙе арттырыу иҫәбенә яҡшыртырға мөмкин. Ошо йәһәттән дәүләтебеҙҙә балалыҡты һәм әсәлекте яҡлау, хәстәрләү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән оло эштәр башҡарыла, демографик хәлде яҡшырытыу өсөн етди саралар күрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән иғлан ителгән "Демография" милли проекты ла ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе үҙ эсенә ала. 2019 – 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән документты тормошҡа ашырыуға ил ҡаҙнанан 1,6 триллион аҡса бүлергә иҫәп тота.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: svadba-vals.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ZAGS-he-m-tk-r-re--n-ri-bayramin-bild-l-y-44504/

Читайте нас: