Беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһы үҫеше – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иң мөһим өлөштәренең береһе.
Шуға һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел өлөшө яңыртыла, йәғни амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ.
Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ. Бына ошондай матур яңылыҡ беҙҙе яңы йылда көтә.
Әйткәндәй, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, уларҙы дауалауға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ һәм сығымһыҙыраҡ. Ғөмүмән, сәләмәтлегебеҙгә ҡарата һаҡсыл булайыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, инсульт йыш ҡына төндә һәм таңға ҡарай теркәлә икән. Кешенең һул ҡулы һәм һул аяғы хәлһеҙләнә, телмәре насарлана, йотоуы ауырлаша башлай. Был осраҡта тиҙ генә “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға кәрәк. Баҡтиһәң, был сир осрағында “терапия тәҙрәһе” теркәлә һәм ул дүрт, биш сәғәт була. Был – кеше ғүмере өсөн иң мөһим, иң ҡиммәтле ваҡыт. Бына ошо йөрәк сиренең тәүге билдәләрен һиҙемләү мөһим. Ә иң яҡшыһы: һаулығыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәйек. Ғүмер – бер генә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/auli--a-lau-milli-proekti-dariu-ar-i-bushlay-bir-s-kt-r-43374/