Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2019, 17:00

Милли проект уңышлы үтәлә

Программаға ярашлы, күп район-ҡалала яңы биналар ҡалҡа, элеккеләре лә заманса төҫ ала.

Проектты бойомға ашырыу барышында йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында балалар поликлиникаһы, Благовар үҙәк район дауаханаһында хирургия корпусы, республика балалар клиник дауаханаһы стационары, Бәләбәй һәм Ишембай бала табыу йорттарында капиталь ремонт тамамланып, улар файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Әйткәндәй, Туймазы ҡалаһында сафҡа инәсәк поликлиникала сменаһына 300 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ.

Был объекттарҙың барыһы ла республика программаһы һәм "Сәләмәтлек" милли проектына ярашлы төҙөлгән.

Фото: БЮТ

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Milli-proekt-u-ishli-t-l-44255/
Читайте нас в