Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2019, 11:20

"Өлкән быуын граждандары өсөн туризм" проекты буласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы туризм буйынса координация советы өлкәндәр өсөн туризмға бәйле проект булдырырға тәҡдим итә. Ул нисегерәк булыр икән?

"Өлкән быуын граждандары өсөн туризм" проекты 2035 йылға тиклем Рәсәйҙә туризмды үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу планына инәсәк. Күҙалланыуынса, проект Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арнала һәм иҫтәлекле урындарға сәйәхәт итеүҙе күҙ уңында тота.
Тәүҙә пилот вариантынан башларға кәрәк. Беҙҙә әле ҡарап өйрәнеү өсөн балалар туризмы буйынса проект эшләй, уны ғәмәлгә ашырыуға ҡаҙнанан йылына 300 млн һум бүленә.
Әлеге туристик проекттың кураторҙары йәмәғәт ойошмалары, РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, иҡтисади үҫеш министрлыҡтары булыуы мөмкин.
Рәсәйҙә "Демография" милли проектына ярашлы, "Өлкән быуын" федераль проекты ғәмәлгә ашырыла. Ололарҙың тормошон яҡшыртыу, сәләмәтлеген хәстәрләү, башҡа төрлө булышлыҡ итеү программалары ошо проекттар буйынса булдырыла.
Фото: Юлай Кәримов.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/lk-n-biuin-gragdandari-s-n-turizm-proekti-bulasa-42487/
Читайте нас в