Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Декабрь 2019, 11:50

Баймаҡта буласаҡ инженерҙар үҫә

"Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһында “Смарт Баймаҡ” балалар технопаркы асылды. Ул элекке Йәш техниктар станцияһында урынлашҡан.

Баймаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, яңы асылған заманса технопарк уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреүҙең яңы формаһы булып тора. Ул - “Мәғариф” милли һәм Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “Һәр баланың уңышы” проекттарының нисек эшләүенең асыҡ миҫалы. Бында теләге булған һәр бала шөғөлләнә ала. Шулай уҡ “Энерджиквантум”, “Робоквантум”, “Аэроквантум”, "Промдизайн" йүнәлештәре буйынса дәрестәр үтәсәк.

Технопарк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: лазер менән графировкалау станогы, “Лего” конструкторҙары, интерактив өҫтәл, таҡта, ноутбуктар, квадрокоптерҙар, физика буйынса һанлы лабораториялар, 3D принтерҙар һәм башҡалар ҡайтарылған.

Бында буласаҡ инженерҙар тәрбиәләнәсәк, ти етәкселәр. Ысынлап та, теләге булған һәр балаға робот техникаһы, электроника, программалау йүнәлештәрендә шөғөлләнеп, киләсәктә техник һөнәрҙәрҙе үҙ итергә бөтә мөмкинлектәр бар. Хатта виртуаль системаны үҙләштереп, киләсәктә кем булырға икәнлекте аныҡ ҡына төҫмөрләргә лә мөмкин. “Һәр баланың уңышы” уның үҙенең үҫеше һәм тырышлығынан тора. Шарттар тыуҙырылған, тик ялҡауланмай шөғөллән генә.

Фото: Баймаҡ мәғариф бүлеге идаралығы сайтынан.

Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bayma-ta-bulasa-ingener-ar-41545/
Читайте нас в