- Эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен һәм компанияларҙың бер-береһе менән ҡыҙыҡһыныуын ҡуш ҡуллап хуплайбыҙ. Берҙәм проекттарҙы бойомға ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, – тине осрашыу барышында Валерий Латипов.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡырғыҙстандың Ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм мелиорация министрлығында булды. Унда улар министр урынбаҫары Жаныбек Керималиев менән осрашып, ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡараны. Ҡырғыҙҙар беҙҙән тоҡомло мал, ит, ҡош ите, йомортҡа, көнбағыш майы һәм ауыл хужалығы техникаһы алыуға ҡыҙыҡһыныуын белдергән, хатта ошо йүнәлештә килешеү төҙөргә лә әҙер.
Эшлекле сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы предприятиелар менән танышып, уларҙың етәкселәре менән осрашты. Мәҫәлән, “Эколайн” йәмғиәте – аяҡ кейеме етештергән “Империал Групп Компани” предприятиеһы, “Башпромторг”, “Абсолют ДЕК”, “Ирида” йәмғиәттәре төҙөлөш компаниялары менән осрашыуҙар уҙғарҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте сит өлкәләр һәм илдәр менән сауҙа бәйләнештәрен нығытыуға айырыуса иғтибар бирә. Әлбиттә, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төбәктә кооперация һәм экспорт йүнәлешен үҫтереүгә тос өлөш индерә.