Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Декабрь 2019, 10:45

Аҡ халатлылар ауылдарға сыға

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, Асҡар үҙәк район дауаханаһы табиптары ауылдарға барып күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә. Аҡ халатлылар Байым, Хәлил, Йәнгел ауылдарында, Урал участка дауаханаһында булды.

Баш табип Илгиз Килдейәров етәкселегендәге табиптар “десанты” ауылда йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген шәхсән күҙәтеп, уларҙы ҡабул итте. Сирлеләргә кәрәкле консультация бирелә, дауалау курсы тәғәйенләнә, тикшеренеүҙәр өсөн йүнәлтмәләр яҙыла.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров белдереүенсә, ағымдағы йылдан үҙәк район дауаханаһы яңы проектты тормошҡа ашыра башлаған — дауахананың бөтә белгестәре ауылдарға сығып халыҡты ҡабул итә. Халыҡ өсөн был бик уңайлы, район дауаханаһына бармайынса ғына бер көндә бөтә табиптарға күренергә мөмкин. Киләсәктә лә эште дауам итәсәкбеҙ, тик кешеләргә бөтәһе лә иртәнге сәғәттәрҙә килеп, сират булмаһын өсөн алдан яҙылыу буйынса ҡабул итеү хаҡында ла уйланырға урын бар, ти ул.
Шулай уҡ табиптар менән бергә район Советы депутаты Рәсүл Шөғөров та бергә йөрөй. Баш табип менән берлектә депутат халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙәр ойоштора.
Читайте нас: