Стэрлебаш шишмэлере
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2019, 10:45
Халыҡ һаулығын хәстәрләп
“Экология” милли проекты сиктәрендә Учалы ҡалаһында стационар экологик пост эшләй башланы. Учалы тау сәнәғәте колледжы биләмәһендә урынлашҡан экопост тау-байыҡтырыу комбинатының дүрт маркер матдәләренә мониторинг үткәрәсәк. Көкөрт диоксиды, углерод, азот оксидтары, азот диоксиды һәм төрлө фракциялағы саңдарҙың күләмен газоанализатор тип аталған прибор билдәләйәсәк.
- Экологик пост предприятиеға һауалағы зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы үҙгәреүен асыҡлап, ваҡытында тейешле саралар күрергә ярҙам итәсәк, — ти УТБК-ның баш экологы Олег Данилов.
Экологик проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 10 миллион һум аҡса сарыф итә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Hali--auli-in-h-st-rl-p-32438/
Читайте нас: