Дәресте йөкмәткеле үткәреү – һәр уҡытыусының төп бурысы. Заманса технологияларҙы әүҙем ҡулланған уҡытыусы ғына маҡсатына еңел өлгәшә. Хәҙер иһә педагогтың эш урыны компьютер, принтер, сканер, факсималь ҡоролма һәм күсермә модуль менән йыһазландырылған.
Республикабыҙҙың бүтән район-ҡалалары шикелле Күгәрсен районында ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы ойошторолған. Интернет ауылдарға, тимәк, ундағы белем усаҡтарына ла йылдам үтеп инде. Мәҫәлән, быйыл тиҙ эшләүсе интернетҡа Сәйетҡол, Сапыҡ, Бикбулат, Әлмәс, Нуҡай төп дөйөм, Ерекле башланғыс мәктәптәре тоташтырылған. Киләсәктә тағы ла бер нисә мәктәп интернет селтәренә тоташасаҡ.