Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Декабрь 2019, 11:05

Күршеләр май һорай

Башҡортостан быйыл май айында Ҡытайға һынап ҡарау өсөн тәүге партия көнбағыш майы оҙатҡайны. Оҡшатҡан бит беҙҙең ризыҡты күршеләребеҙ!

Һөҙөмтәлә быйыл Күмертауҙың "Элеватор" йәмғиәте Ҡытайға экспортҡа дүрт мең тонна май йүнәлткән. Хәҙер предприятие алдында был продукцияны етештереүҙең ҡеүәтен һәм экспортты арттырыу бурысы тора.
Әйткәндәй, быйыл "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, Башҡортостандан бөтәһе 2,6 милиард һум тирәһе 103 мең тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбағыш, рапс майы, шрот) экспортҡа сығарылған. Был эш менән "Сигма" компаниялар төркөмөнә ингән Шишмә май һығыу заводы һәм "Элеватор" йәмғиәте шөғөлләнә. Быйыл, Ҡытайҙан тыш, Балтик буйы илдәренә, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь республикаһына оҙатыла.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: