Ул 25 ноябрҙән эшкә ҡушылғайны. Алдағы көндәрҙә көнөнә 40-ҡа яҡын тикшеренеү үткәреләсәк. Белгестәр әйтеүенсә, һанлы идара ителеүсе рентген диагностикаһы комплексы бөтә төп рентген тикшеренеүҙәре үтәүгә һәләтле. Ул рентген һүрәтен арауыҡта тапшыра һәм электрон форматта һаҡлай. Был табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә. Комплекс ашҡаҙан-эсәк юлын һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тикшереүҙең мотлаҡ программаһына индерелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала тармаҡты заманса алдынғы технологиялар менән йыһазландырыуҙан тыш, квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу буйынса ла етди эш бара.