Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2019, 11:05

Башҡортостан студенттары гранттар аласаҡ

Бөтә илдән йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар “Умник” программаһында ҡатнашты.

Һәм бына, ноябрь аҙағында “Умник-Һанлы алға китеш 2.0.”, “Умник-Һаҡлыҡ банкы”, “Умник-МТС”, “Умник-Нефтегаз”, “Умник-Һанлы металлургия”, “Умник-Электроника”, “Умник-VR” һайлап алыу майҙансыҡтарының һәм “Умник-Һанлы Рәсәй” конкурсының биш майҙансығының еңеүселәре иғлан ителде. Еңеүселәр иҫәбендә – республикабыҙҙан 14 студент. Уларҙың проекттары “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә “Умник” программаһы буйынса финансланасаҡ. Әйткәндәй, республика юғары уҡыу йорттары араһында Өфө нефть университеты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалдары гранттар алыу буйынса рекордсмендар булып торалар – уларҙа бишәр грант алыусы уҡый.
#Национальныепроекты
Читайте нас: