“Эко-Сити” төбәк операторы Ишембай районында урынлашҡан. Ул Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, күрше райондарҙан килгән сүптәрҙе эшкәртә. Икенсегә ҡулланырға мөмкин булған сеймал эшкәртеүсе заводтарға ебәрелә, ҡалғандары юғары технологиялы ҡоролмаларҙа пресслана һәм полигонға сығарыла. Эре сүптәрҙе мобиль шредерҙа ваҡлайҙар. Бындай технологиялар сүптең күләмен ун тапҡырға кәметергә булышлыҡ итә.
Киләсәктә бында шулай уҡ органиканан компост эшләргә ниәтләйҙәр. Сүптәрҙе компостлау буйынса цехты 2020 йыл аҙағына тиклем асырға планлаштыралар.
Предприятие белгестәре даими рәүештә һыу, тупраҡ, атмосфера һауаһы пробаларын ала, улар санитар һәм химик контроль үтә.
Бындай комплекстар “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Шундай уҡ заводты Баймаҡ районында ла төҙөү планлаштырыла.
Ә экскурсияла ҡатнашыусылар сүптәрҙе сорттарға айырыу процесының һөҙөмтәлелегендә инанды һәм полигонда специфик еҫтең бөтөнләй тиерлек булмауын да билдәләне.