Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2019, 11:35

Федераль трассаларҙа камералар йәнә эшләй башлаясаҡ

Республикала ошо аҙнала федераль трассаларҙа урынлаштырылған фотовидеофиксация камералары йәнә эшләй башлаясаҡ. Был турала республика хөкүмәтендә “Транспорт сәғәтендә” хәбәр иттеләр.

Сентябрҙә уларҙы ведомство-ара аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында һүндергәйнеләр. “Приуралье” Упрдор етәксеһе Азамат Илембәтов аңлатыуынса, федераль үҙәк комплекстарҙы кем ҡарарға тейешлеге буйынса мәсьәләне хәл иткән.
Федераль трассаларҙа республикала 1 июлгә 59 камера ҡуйылғайны. Йыл аҙағына тиклем улар һанын 289-ҙан 540-ҡа тиклем арттырырға ниәтләйҙәр. Камералар республика бюджеты, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты, сервис контракт аҡсаларына һатып алына. 2020 йылда тағы ла 459 камера алынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, республика автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл 2018 йыл менән сағыштырғанда тик 100 меңгә генә артыҡ протокол төҙөлгән. Водителдәрҙең 94 проценты штрафты 50 процент ташлама менән тиҙ түләү юлын һайлай. Шулай уҡ водителдәр камераларҙың урынын белә, был уларға күҙәтеү алып барылған участкаларҙа тиҙлекте арттырмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Шулай ҙа аварияларҙың, һәләк булғандарҙың һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең һаны кәмеүе ҡыуандырмай ҡалмай. 10 ай эсендә юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны 82 кешегә, йәки 18,2 процентҡа (2018 йылдың ғинуар-октябрь айҙарындағы 450-гә ҡаршы 368) кәмегән. 265-кә әҙерәк кеше, йәки 6 процентҡа кәмерәк (4577-гә ҡаршы 4312) йәрәхәттәр алған. Юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 6,3 процентҡа, йәки 229 осраҡҡа (3638-гә ҡаршы 3409) кәмегән.
#Национальныепроекты
Читайте нас: