Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2019, 11:25

Заманса машиналар һатып алынды

Өфө ҡалаһы етәкселеге "Экология" милли проекты сиктәрендә сүп-сар ташыу заманса 8 машина һатып алды.

ISUZU маркалы бер автомобиль элекке 16 машинаны алмаштыра ала. Махсус машинаның геометрик күләме 8 кубометр, бункер күләме - 1.1 кубометр.
Яңы техниканың асҡыстарын Өфө мэры Өлфәт Мостафин "Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ" муниципаль унитар предприятиеһы вәкилдәренә тапшырҙы. Предприятиеның директор урынбаҫары Ринат Фәйзуллин һүҙҙәре буйынса, яңы техника аҙ габаритлы һәм шуға ла уның менән ҡыҫынҡы йорт тирәһендә эшләүе еңелерәк буласаҡ.
Читайте нас: