Химия, инженер факультеттары, тарих, дәүләт идараһы институттары уҡытыусылары эшләгән ете квалификация күтәреү программаһы еңеүсе тип табылған.
Был программалар: “Нефть промыселдары химияһы”, “Нефтехимияла һәм заманса материалдарҙы етештереүҙә химия технологиялары”, “Дауалау-косметик һәм йыуыу саралары химияһы һәм технологияһы”, “Энергия ҡеүәтле технологик йыһаздар етештереүҙең заманса технологиялары”, “Эре машиналар һәм аппараттар конструкцияларында механик көсөргәнеште бөтөрөү өсөн энергия һаҡлаусы ысулдар һәм энергия ҡеүәтле комплекстар”, “Заманса эре технологик йыһаздар етештереүҙә һәм уларҙы ремонтлауҙа ресурс һаҡлаусы технологиялар”, “Дәүләт идараһы өлкәһендә һәм иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарында һанлы технологияларҙы файҙаланыу”.
Уҡыу түләүһеҙ. Йөрөп тә, ситтән тороп та, дистанцион технологияларҙы файҙаланып та уҡырға була. Уҡыу тамамланғас квалификацияны арттырыу тураһында тейешле таныҡлыҡ тапшырыла.