Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә Өфөлә “Ғаилә доньяһы. Әсәлек һәм балалыҡ” форумының “Бәхетле әсәлек” пленар сессияһында ла ҡаралды.
БР Йәмәғәт палатаһының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, анросәнәғәт комплексы, бюджет һәм һалым сәйәсәте, тәбиғәт ресурстары һәм экология буйынса комиссияһы рәйесе Ирина Абрамова һүҙҙәренә ҡарағанда “Демография”, “Мәғариф”, “Шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын үҫтереү” милли проекттары, “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында 2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балалар өсөн биш мең урын булдырылырға тейеш.
Дәүләт ата-әсәләргә ярҙам итергә һәм төбәк бюджетынан шәхси балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар (сертификаттар) бирергә әҙер.
Стәрлетамаҡта 2019 йылда ебәрелгән пилот проектын да миҫалға килтерергә мөмкин, унда өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары тапшырыла. Уларҙы алыусылар балаларын шәхси балалар баҡсаларына урынлаштыра ала.
Ирина Абрамова муниципаль балалар баҡсаларында урындар етмәгән муниципалитеттар хакимиәттәренә мөрәжәғәт итте. Ул Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге һәм Янғын күҙәтселеге талаптарына яуап биргән биналарҙы шәхси балалар баҡсалары өсөн түләүһеҙ бирергә тәҡдим итте. Шулай итеп, дәүләт һәм бизнестың хеҙмәттәшлеге менән милли проект күрһәткестәренә ирешергә мөмкин буласаҡ.