Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2019, 11:00

Милли проекттар халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ғинуарҙан октябргә тиклемге арауыҡҡа анализ яһаны.

Министр әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә индереү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, яңы ҡорамалдар һатып алыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, быйыл ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем осраҡтары 15 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ йөрәк өйәнәгенән һәм яман шештән үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелгән. Шул уҡ ваҡытта, Нуриман, Федоровка, Күгәрсен,Стәрлебаш, Белорет райондарында үлем осраҡтары артҡан.
Матди-техник базаны нығытыу, ФАП-тарҙың эшен яйға һалыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һаулыҡ һаҡлауҙа ыңғай йүнәлештәргә этәргес көс бирәсәк. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Бөгөн, мәҫәлән, биш районда кардиологтар етешмәй.
Министр билдәләүенсә, тармаҡ етәкселеге етешһеҙлектәрҙе хәл итергә әҙер, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһы киләсәктә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ.
#Национальныепроекты
Читайте нас: