Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2019, 11:05

“Әсә һәм бала” клиникаһы - иң уңышлы эшләгән дауаханаларҙың береһе

Бынан ун йыл элек “Әсә һәм бала” клиникаһын төҙөү мәсьәләһе ҙур бәхәстәр ярҙамында хәл ителде. Шәхси клиника беҙгә кәрәкме, тигән һорауҙар йыш яңғыраны. Асылыуына – ун йыл, хәҙер һығымталар ҙа яһарға мөмкин.

Дауахананың тәүге юбилейында сығыш яһап, республика Башлығы Радий Хәбиров, төбәк халҡы өсөн дауаханала бик һәйбәт шарттар булдырылған, ул демография проблемаларын хәл итеүгә тос өлөш индерә, тип билдәләне.
Ошо арала 5500-ҙән артыҡ бала тыуған, ЭКО операциялары үткәрелгән, меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ һаулығын нығытҡан.
Радий Хәбиров “Әсә һәм бала” клиникалар селтәре етәксеһе Марк Курцерҙы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне, Синара Тайсинова менән Айгөл Низаеваға Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары исемен бирҙе.
Читайте нас: