Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2019, 13:10

Мобиль төркөмдәр эшләй

“Демография” милли проектына ярашлы автотранспорт һатып алыуға федераль бюджеттан 34 миллион һум аҡса бүленгәйне.

Әле был суммаға 18 микроавтобус һәм 4 еңел машина алынған. Улар заман талабына ярашлы уңайлы һәм бар кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.

Яңы эштә һынау башланды, республикала мобиль төркөмдәр ойошторолдо.

Улар 65 йәштән өлкән пациенттарҙы дауаханаға йөрөтә. Бөгөнгә ҡарттар йорто һәм психоневрология интернатында йәшәгән 160 кешене медицина тикшеренеүенә алып барғандар.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Mobil-t-rk-md-r-eshl-y-24143/

Читайте нас: