Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2019, 11:15

Биналарҙы шәхси балалар баҡсаларына бушлай тапшырырға тәҡдим итәләр

Социаль эшҡыуарҙар “Демография” дәүләт проекты күрһәткестәренә ирешеүҙә ярҙам итә ала. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Ирина Абрамова балалар баҡсалары ойоштороу өсөн бизнес вәкилдәренә бушлай бина тапшырырға тәҡдим итте. Был инициативаны ул Өфөлә үткән “Дуҫлыҡ. Ғаиләләр. Әсәлек һәм балалыҡ” форумында әйтте.

Ирина Абрамова дәүләт мәктәпкәсә учреждениеларында урын етерлек булмаған муниципалитет хакимиәттәренә мөрәжәғәт итте. “Балалар өсөн майҙансыҡтары булмаған эшҡыуарҙарға ярҙам итегеҙ. Үҙ бүлмәләрегеҙҙең мониторингын үткәрегеҙ. Бәлки, мәктәптәрҙең бер өлөшө йәки башҡа бүлмәләр ҡулланылмайҙыр”,-тине Абрамова. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә урынлаштырған һәм балалар баҡсаларында яңы эш урындарын булдырған өсөн ерле власть түләгән һалым аҡсаһын кире ҡайтарасаҡ, тип өҫтәне.
Абрамова фекеренсә, дәүләттең һәм бизнестың бындай хеҙмәттәшлеге нигеҙендә дәүләт проекттары ҡуйған бурыстарҙы хәл итеү еңелерәк. Башҡортостанда 2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 5 мең урын булдырылырға тейеш.
“Бөтәһе лә муниципаль балалар баҡсаһына сиратта тормай, ләкин һандар тәртибен үҙгәртһәк тә, барыбер мәктәпкәсә белем биреүҙең бер ни тиклемге өлөшөн социаль бизнес үҙ ҡарамағына алырға тейеш”,-тип билдәләне Ирина Абрамова.
Йәмәғәтсе 2019 йылда Стәрлетамаҡта ғәмәлгә ашырылған пилот проектын миҫалға килтерҙе. Уға ярашлы, ҡалала 3 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары бирелә, балалар шәхси балалар баҡсаларына урынлаша.
Рәсәй хөкүмәте һуңғы көндәрҙә төбәктәрҙә 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыуҙы финанслау темаһын актив яҡтырта. Ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә, Башҡортостан был маҡсаттарға өҫтәмә федераль аҡса алырға мөмкин. 2019 йылда файҙаланылмаған 393,6 млн һум башҡа төбәктәр – Башҡортостан, Хакасия, Ставрополь, Белгород, Воронеж, Силәбе өлкәләре – бюджеттары араһында яңынан бүленәсәк.
#национальныепроекты
Читайте нас: