Ҡасаба халҡының күптән көткән “Башавтотранс” йәмғиәтенә ҡараған Сибай АТП-һының яңы маршруты «Автовокзал — Сармат ҡасабаһы» йүнәлешендә тәғәйенләнеп, Таусылар проспекты, Зәки Вәлиди, Чайковский, Тасимов, Йәшмә, Энергетиктар урамына ҡәҙәр барып етеп, шул уҡ юлдан кире әйләнә. Автовокзалдан ҡуҙғалған автобус музей, үҙәк майҙан, «Аструм», «Һаҡмар» сауҙа комплекстары, үҙәк дауахана, балалар дауаханаһы, АЗС, Сармат, Тасимов, Юбилей, Энергетиктар урамы туҡталыштары аша үтә.
Тәүге маршрут автовокзалдан таңғы сәғәт 7-лә сыға, һуңғыһы киске сәғәт 9-ҙа була. Улар араһындағы интервал 30 минут тәшкил итә.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Sarmattar-avtobusli-buldi-20200/