Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ноябрь 2019, 10:45

“Ауыр, ләкин мауыҡтырғыс эш башланды...”

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Ҡала мөхите” төбәк партия форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Республика етәксеһе унда ҙур инфраструктура проекттарына йомғаҡ яһаны һәм муниципалитеттар, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе алдында ошо йүнәлештә торған бурыстарҙы билдәләне.

– Беҙ ауыр, ләкин мауыҡтырғыс эште башлап ҡына торабыҙ, сөнки шулай килештек: ауыл һәм ҡалаларҙың йөҙөн ныҡлап үҙгәртәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һис шикһеҙ, етәкселәр һәм муниципалитет башлыҡтары булараҡ, көндәлек эшебеҙҙә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, ә бөгөнгө һөйләшеү – уңайлы мөхит булдырыу тураһында.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” программаһы, подъездарҙы ремонтлау, “Ҡалала уңайлы мөхит тыуҙырыу” федераль проекты буйынса әүҙем эш бара. Уларға аҡса бүленгән, хәҙер ҙур күләмдәге эш көтә.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты” вәкилдәре менән осрашыуында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ил өсөн үтә мөһим йүнәлеш тип атағайны, сөнки "ул халыҡтың кәйефенә генә ыңғай йоғонто яһап ҡалмай, ә шуның аша иҡтисад үҫешен тиҙләтергә лә һәләтле".

Фото: glavarb.ru.

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auir-l-kin-maui-tir-is-esh-bashlandi-20386/

Читайте нас: