Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь 2019, 10:50

Милли проект: Һыуыбыҙ таҙарыр

Белеүегеҙсә, иғлан ителгән һәм ғәмәлгә ашырыла башлаған 12 милли проект араһында "Экология" проекты ла бар. Ул үҙенә тағы бер нисә мөһим проектты туплаған.

“Таҙа һыу” федераль проекты ла ошо иҫәптә. Уның маҡсаттарына һәм күрһәткестәрен лә, башҡалары кеүек үк, 2024 йылға тиклем ирешергә тейешбеҙ.

Ә маҡсат ҙур һәм етди: һыу менән тәьмин итеү буйынса үҙәкләштерелгән системаларҙан Рәсәй халҡының 91 процентын сифатлы таҙа һыу менән тәьмин итергә! Ҡала халҡы буйынса был күрһәткес 99 процент булырға тейеш.

Финанслау күләме – 245 миллиард һум. Әлбиттә, иң ҙур сумманы федераль ҡаҙна бүләсәк.

“Таҙа һыу” Башҡортостанда ла эшләй. 2024 йылға тиклем беҙҙә халыҡтың 92,5 процентын сифатлы таҙа һыу менән тәьмин итеү күҙаллана. Шул уҡ үҙәк системаларҙан. Проектты ғәмәлгә ашырыуға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Milli-proekt--iuibi-ta-arir-17847/

Читайте нас: