Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь 2019, 10:50

Ауыл халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртып

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала маҡсатлы эштәр дауам итә. Улар араһында ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Баймаҡ районының Семеновка ауылында ла ошондай медицина учреждениеһы төҙөлә башлағайны. Бында әле эш аҙағына яҡынлаша. Әйтеүҙәренсә, бина тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған. Бинаға һалҡын һәм эҫе һыу индереү ҡаралған. Тейешле барлыҡ йыһаздар буласаҡ. Инвалидтар өсөн дә шарттар тыуҙырылған, махсус ҡорамалдар ҡуйылған.

Билдәле булыуынса, Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.

Фото: baimak.bashkortostan.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auil-hal-in-m-nf--ten-ay-irtip-19811/

Читайте нас: