Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2019, 10:35

Иң шәп, талантлы студенттар – Башҡортостанда!

Яңыраҡ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәҙәниәт өлкәһендәге профессиональ мәғариф учреждениеларының “Таланттар гөлләмәһе” IV республика фестиваль-конкурсының гала концерты үтте. Унда мәҙәни конкурстың еңеүселәре һәм призерҙары сығыш яһаны. Бындай күләмле сараларҙы тормошҡа ашырыуға "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендәге "Ижади кешеләр" төбәк проекты юл аса.

Филармония фойеһында махсус һөнәри уҡыу йорттары студенттарының эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Сибай сәнғәт һәм С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледждары студенттары селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Мәҙәниәт министрлығы исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы министрҙың урынбаҫары Ринат Халиҡов тәбрикләне. Ул сараға тәҡдим ителгән эштәргә баһа биргән комиссия ағзаларына, ҡатнашҡан уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Иҫ китмәле итеп әҙерләнгән концерт республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге йәш таланттары ни тиклем көслө һәм төбәктең юғары ижади ҡеүәте хаҡында һөйләй. Конкурста йәштәр музыка, бейеү, театр сәнғәте һәм һынлы сәнғәт буйынса үҙҙәренең талантын күрһәтте. Сарала һигеҙ һөнәри уҡыу йортонан 1500-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, төрлө йүнәлештәр буйынса 10 гран-при, 148 лауреат, 63 дипломант билдәләнде.
Фотолар Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/I-sh-p-talantli-studenttar--Bash-ortostanda-18648/
Читайте нас в