Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2019, 12:35

Ул әле Башҡортостанда берҙән-бер

Өфө сәнғәт училищеһында Shigeru Kawai яңы концерт рояленең исем туйы булды. Ул әле Башҡортостанда берҙән-бер. Билдәле маркалы рояль “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынды.

Shigeru Kawai – бик һирәк музыка ҡоралдары. Уларҙы етештереүсе – билдәле япон компанияһы – юғары сифатҡа ынтыла, шунлыҡтан бындай роялдәрҙе йылына егерменән ашыу сығармай. Заманса музыка ҡоралын етештереүҙә тик алдынғы технологиялар ҡулланыла, ти эксперттар.

“Яңы роялдең оҙонлоғо өс метр тирәһе, ауырлығы – 504 килограмм.
Shigeru Kawai моделенең специфик үҙенсәлеге – клавишалар оҙонайтылған, был уйнауҙы уңайлыраҡ итә һәм башҡа өҫтөнлөктәре бар”, – ти училище директоры Лидия Воробьева.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты өс федераль проекттан тора: "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт".

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ul-le-Bash-ortostanda-ber-n-ber-17499/

Читайте нас: