Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2019, 12:40

Хәл иткес мәл яҡынлаша

Башҡортостан еңеү яулаһын өсөн һин дә үҙ өлөшөңдө индерә алаһың.

"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы үткәрелгән “Театрлы Волга буйы” фестиваленең финал этабы тамамланыуына күп ҡалманы. Билдәле булыуынса, беҙҙең республиканың данын БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ театры яҡлай.

Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡуйған спектаклдәр фестивале еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы 16 декабрь Түбәнге Новгород ҡалаһының “Комедiя” театры сәхнәһендә үтәсәк.

Ә әлегә 29 ноябрҙә һуңғы тауыш биреү старт ала, ул теүәл бер тәүлек дауам итә. Битараф булмаған һәр кем 8 (800) 350-35-43 номеры буйынса шылтыратып, яратҡан театрының еңеүен яҡынайта ала. Шылтыратыу бушлай.

Еңеүселәрҙең исемлеге 30 ноябрь тура бәйләнештә иғлан ителәсәк.

Һәр төбәктең рейтингына йомғаҡ яһағанда, театр белгестәренән торған баһалама ағзалары ла үҙ һүҙҙәрен әйтәсәк.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты өс федераль проекттан тора: "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт".

Фото "Ҡорос" театрының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.

https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/H-l-itkes-m-l-ya-inlasha-17097/

Читайте нас: