Был эштәр “Асыҡ регистратура” проектына ярашлы башҡарылған. Пациенттар өсөн көтөү залы киңәйтелгән, кескәйҙәр һәм ата-әсәләр өсән уңайлыҡтар артҡан. Өҫтәүенә электрон сират системаһы ҡуйылған, регистратура администраторының махсус урыны булдырылған. Тимәк, килгән һәр кем һорауҙарына ошонда уҡ яуап аласаҡ.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ремонт эштәрен үткәрергә һәм тейешле ҡорамалдарҙы һатып алырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, медицина учреждениеларының яңы моделе барлыҡҡа килә”, - ти дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин.