Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2019, 11:10

Был фестиваль тарихта уйылып ҡаласаҡ

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә беренсе балалар һәм йәштәр театрҙары республика фестиваленә йомғаҡ яһалды.

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойошторолоп, 11 ноябрҙән алып барған фестивалдә Башҡортостандың туғыҙ төбәгенән ижади төркөмдәр ҡатнашҡан. Уларҙың барыһының да сығыштарын мәртәбәле баһалама ағзалары төрлө номинацияларға һәм призлы урындарға бүлгән.

Еңеүселәрҙе республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне.

"Бөгөнгө сара изгелек сәсә, һәм уның тап йәштәр театры бинаһында үтеүе яҡшы күренеш. Был беҙҙең әле беренсе генә аҙым, уны матур итеп дауам итергә яҙһын, ошондай фестивалдәр артабан да ойошторолорға тейеш", – тине ул.

Йәш артистарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков та ҡотланы һәм ҡыҙыҡлы күҙәтеүгә туҡталды: Башҡортостан Рәсәй буйынса мәҙәни эшмәкәрлек йәһәтенән тәүге урындарҙың береһен биләй, ә халыҡтан былтырғы һорау алыу һөҙөмтәләре республикабыҙҙа йәшәгән һәр бишенсе кешенең театр тормошона бәйле икәнлеген иҫбатлаған.

Әхтәм Абушахманов, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабич, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев кеүек билдәле сәхнә әһелдәренән торған баһалама комиссияһы һәр ижади коллектив ҡуйған сәхнә әҫәрҙәрен ентекле күҙҙән үткәргән. Улар ҙа йәш сәхнә әһелдәренә һоҡланыуын йәшермәне.
Өсөнсө дәрәжә дипломға Өфө ҡалаһынан "Ҡолонсаҡ", икенсе дәрәжә дипломға Благовещендан "Отражение", Стәрлетамаҡтан "Шут с нами" балалар өлгөлө театр коллективтары лайыҡ булһа, беренсе тип был бәйгелә Белореттан "Надежда" ижади коллективы, Стәрлебаш районынан "Ств театр" халыҡ йәштәр театры танылды. Ә абсолют еңеүсе итеп Салауат ҡалаһынан "Арлекин" өлгөлө балалар театры табылды.

Тантана һуңында “Арлекин”дар тамашасыларҙы М. Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған "Өс таған" спектакле менән ҡыуандырҙы. Еңеүҙән илһамланған һәр кескәй артист бирелеп китеп уйнаны.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.
Читайте нас: