Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2019, 11:00

Борайҙа “Йәйғор" ҡалҡа

"Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы буйынса әле Борай ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә.

Унда төп эштәр тамамланған, эстәге биҙәү-буяу, йыһазландырыу мәшәҡәттәрен теүәлләйһе бар.
“Йәйғор” тип аталған баҡса барлыҡ заман талаптарына тап килә, 95 урынға иҫәпләнгән. Элек был урында 2-се балалар баҡсаһы булған. Әлеге төҙөлөш өсөн 98 миллион һум аҡса тотонолған.
Учреждение йыл аҙағына тиклем сафҡа инергә тейеш. Унда шулай уҡ ясли төркөмөн асыу күҙаллана: 1,5 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итәсәктәр.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Читайте нас: