Нисек кенә булмаһын, милли проект буйынса эштәр ваҡытында һәм теүәл үтәләсәк. Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡорамалдар буйынса идаралыҡ начальнигы Радмил Мөслимов белдерҙе.
Быйыл Өфөлә милли проектты тормошҡа ашарыу маҡсатында дөйөм хаҡы 2,2 миллиард һумлыҡ 38 объектта эш планлаштырылған. Төҙөлөш миҙгелендә урам-юл селтәрендә 28 объектта ремонт башҡарылған. Уның дөйөм оҙонлоғо – 47 километр.
Шулай уҡ быйыл күпләп капитал талап иткән проекттарҙы ла эшләй башлағандар. Уларҙың береһе Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы киҫелешендәге күпер. Радмил Мөслимов белдереүенсә, бөгөн буласаҡ күперҙең алты нигеҙенә фундамент ҡуйыу, бәйләнеш селтәрҙәрен күсереү, тауыштан һаҡлаусы щиттар ҡуйыу, махсус майҙансыҡтар төҙөү бара. Оҙонлоғо 688,8 метр булған был күперҙе ике йыл ярым эсендә төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Шулай уҡ Өфөнөң Комсомол һәм 8 Март урамындағы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ булды. Эштәр Октябрҙың 50 йыллығы урамынан алып Урман техникумы урамына тиклемге участкала башҡарыла.
Бынан тыш милли проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында фото һәм видеотеркәү камералары, йәйәүлеләр юлына сикләүҙәр ҡуйыу, тышҡы яҡтылыҡ урынлаштырыу һәм башҡа эштәр ҙә башҡарыла.
Киләһе йылға ла күп эштәр планлаштырылған. Уларҙың барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә барасаҡ.