19 – 21 ноябрҙә тормошҡа ашырыласаҡ был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын да үҙ эсенә ала.
Мәғлүм булыуынса, быйыл апрелдә республика етәксеһе Радий Хәбиров Австриялағы эшлекле даирә вәкилдәренә Венала ошондай тәүге исем туйын үткәргәйне.
Әлеге сараларҙа Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, Башҡортостан дәүләт власы органдары вәкилдәре, төбәк эшҡыуарҙары, шулай уҡ Австрияның республика менән хеҙмәттәшлек алып барырға йыйынған компаниялары белгестәре ҡатнаша.
Сәфәр программаһына ярашлы, Андрей Назаров Австрия Республикаһының транспорт, инновациялар һәм технологиялар министры, Иҡтисад палатаһының генераль секретары, һанлаштырыу һәм иҡтисад министры урынбаҫары, Сәнәғәтселәр берләшмәһе вице-президенты, Рәсәйҙең Австриялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле һ.б. менән осрашасаҡ.
Төп сара – Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәрен презентациялау – Австрияның Иҡтисад палатаһында үтә. Форумда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.
Презентация шулай уҡ Сәнәғәт үҫеше буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Европа бизнесы вәкилдәре өсөн дә ойошторола. Унда Андрей Назаров учреждениеның Генераль директоры менән осрашасаҡ.
Эшлекле даирәләр өсөн Башҡортостандың Австриялағы вәкиллегендә индивидуаль һөйләшеүҙәр, айырым йүнәлеш буйынса компанияларға сәфәрҙәр ойошторола.
Мәҙәни программаға килгәндә, делегация Совет Армияһы геройҙары һәйкәленә сәскә һаласаҡ, “Һеңлекәш” башҡорт нәфис фильмы күрһәтеләсәк.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.