Сара барышында делегация “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә, транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләрҙә, тармаҡ конференцияларында һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, бер нисә эш осрашыуы үткәрҙе. Халыҡ-ара күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы ла ойошторолғайны. Ул милли проекттар нигеҙендә тормошҡа ашырылған транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге күләмле инфраструктура проекттарына, ошо тармаҡтағы ҙур ҡаҙаныштарға арналды.