Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ноябрь 2019, 11:35

Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы - «Йыл экспортеры”

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә халыҡ-ара экспорт форумы үтте. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Форумда сеймал булмаған экспортты үҫтереүгә һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн әһәмиәтле юлдар эҙләүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Был мөһим сарала эре, урта һәм бәләкәй бизнес компаниялары, Рәсәй банктары, төбәк экспортҡа ярҙам итеү үҙәктәре, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре һәм әйҙәүсе эксперттар ҡатнашты.

Ә Башҡортостан делегацияһы составында БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсәйәпов, Дәүләт комитеты урынбаҫары Лена Изотова һәм БР Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Руслан Хөснөтдинов та бар ине.

Форум барышында халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһына федераль этапта еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Шуныһы һөйөнөслө: улар араһында ҡалабыҙ предприятиеһы ла бар. “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте “эре бизнес” төркөмөндә “Яңы география” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Читайте нас: