Башҡортостан Дәүләт танспорт комитеты, “Приуралье” Упрдор, Юл хужалығы идараһы, муниципалитеттар хакимиәттәре етәкселәре сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, ЮХХДИ идараһы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, профилле йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылды.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында илдең 83 субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан да ҡатнаша. Республикала 2024 йыл аҙағына тиклем Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерациялары юл селтәрҙәренең 85 процентын, төбәк һәм муниципаль-ара билдәләнештәге юлдарҙың 56,5 процентын норматив торошҡа килтерәсәктәр. Шулай уҡ иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – төбәктә юл-транспорт ваҡиғалары концентрацияһы урындарын ике тапҡырға кәметеү.