Яңы йөк машиналарына документ алыусы урмансылар был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Ҡуйы урман шарттарында эшләү – еңелдән түгел. Бигерәк тә матди-техник база иҫке булғанда өҫтәмә көс төшә. Республика урман хужалығы тармағында тырышҡан водителдәр машина документтарын алғас та махсус техниканы һынап ҡарарға ашыҡты. Ябай трактор, камаздарҙан тыш майҙанда заманса харвестерҙар һәм ағастарҙың ваҡ ҡалдыҡтарын йыйып эшкәртеүсе машиналар ҙа урын алды.
Әлегә республика хужалыҡтарын янғынға ҡаршы техника менән йыһазландырыу 83 процентҡа үтәлгән. Башҡортостандың 2024 йылға тиклем ҡаралған үҫеш стратегияһына ярашлы был күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылды.Дөйөм алғанда республика урман хужалығы техник базаһын камиллаштырыу өсөн 230 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был суммаға тармаҡ йыһаздары, махсус ҡорамалар һәм транспорт саралары яңыртыла.
Башҡортостан урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат шәрәфетдинов билдәләүенсә, республиканың 16 урман хужалығы учреждениеһына яңы машиналар һәм ҡорамалар тапшырҙыҡ. Бер хужалыҡты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ. Урмансылар үтәгән эш күләме лә иҫәпкә алынды.
Яңы йөк йөк машиналары урман етештереү сәнәғәтендә тағы ла юғары күрһәткестәргә ирешергә ярҙам итәсәк тип фаразлана. Иҡтисади маҡсаттар менән берлектә экология мәсьәләһе лә күҙ уңында тотола. Алдағы биш йылға билдәләнгән ниәттәргә килгәндә бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ кимәлдә ағас ултыртылырға тейеш.