Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2019, 11:20

Милли проекттарға бирелгән аҡса контролдә тотола

Рәсәй Президенты Финанс мониторинг буйынса федераль хеҙмәт директоры Юрий Чиханчинды ҡабул итте. Чиханчин Владимир Путинға милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ярашлы бүленгән аҡсаны тотоноуҙы контролләү эше тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ аҡса урлауға ҡаршы көрәшкә финанс ярҙамы күрһәтеүҙе әҙерләү төркөмөнөң (ФАТФ) отчеты менән таныштырҙы.

Юрий Чиханчин белдереүенсә, милли проекттарҙы мониторингылау механизмы яйға һалынып килә, ҡуйылған бурыстарҙы үтәмәүселәр йә үтәп еткермәүселәр ҙә асыҡлана. Шундайҙарға ҡарата өс төрлө эш алымы бар: иҫкәртеү (аҡсаны маҡсатһыҙ файҙаланырға бирмәү); юл ҡуймау (килешеүҙәрҙе өҙөү); туҡтатыу (енәйәт эштәре асыу).

Махсус таблица ла төҙөлгән. Унда һәр милли проект министрлыҡ, ведомстволар буйынса күҙәтелә. Күпме аҡса бүленгән, күпмеһе үҙләштерелгән, нисәүһе буйынса контракттар төҙөлгән – барыһы ла күренә. Өҫтәүенә, айырым күҙәтеү талап ителгән башҡарыусылар ҙа контролгә алына. Аҙна һайын эштәргә анализ яһала, сағыштырыла. Иғтибар итә торған урында Генераль прокуратура, Именлек хеҙмәте, Казначейство менән бергә мәсьәләне хәл итеү юлдары эҙләнә.

Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алыуҙарға бәйле 450 миллион һумлыҡ контракт өҙөлгән. Сөнки намыҫһыҙ башҡарыусылар асыҡланған. Ҡырымда, Севастополдә лә шундай хәл.

- Хәл-торош хаҡында миңә даими белдереп тороғоҙ, - тип ҡушты Владимир Путин.
Дөрөҫ. Милли проекттарға аҡса күпме бүленә, эш тә шундай ҙур күләмдә булырға тейеш. Әлегә башы ғына.
#Миллипроекттар
Читайте нас: