Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2019, 11:00

Фольклориадаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойоштороласаҡ IV Бөтә донъя фольклориадаһы өсөн майҙансыҡтарҙы тикшереү дауам итә.

Билдәле булыуынса, сара киләһе йыл уҙасаҡ.
Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекция республиканың көньяҡ-көнбайыш фестиваль округында тикшереү менән булды. Төбәгебеҙҙең Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә райондары майҙансыҡтары ҡаралды. Эш төркөмөнә рәйеслек итеүсе – дирекция етәксеһе урынбаҫары Зарина Хәсәнова.
Сара барышында район хакимиәттәре етәкселәре менән кәңәшмә ойошторолдо, унда киң күләмле фестивалде үткәреү тәртибе тураһында һөйләшеү булды. Тикшереү ваҡытында комиссия ағзалары сәхнә (урам) майҙансыҡтарын, мәҙәниәт йорттарын, күргәҙмәләр ҡуйыласаҡ урындарҙы һ.б. ҡараны.


Бөтә донъя фольклориадаһы бар милләттәрҙең матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, халыҡтарҙы ошо йәһәттән берләштереүҙе маҡсат итеп алған. Тәүге фестиваль Нидерландта 1996 йылда булды һәм шунан башлап дүрт йыл һайын уҙғарыла.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.

Фото: pravitelstvorb.ru

Читайте нас: