2020 йылға республика 35,9 млрд һумға 124 ғариза әҙерләгән. Шул уҡ ваҡытта бер нисә ғариза федераль кимәлдә хуплау тапты. Шуға бәйле Рөстәм Моратов, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең практикаларын иҫәпкә алып, финанслауҙы йәлеп итеү буйынса берҙәм интеграцияланған платформа булдырыу кәрәклеген билдәләне. Айырып алғанда, был функционалды әле булдырылыусы Төбәк менән идара итеү үҙәге структураһына индереү тәҡдим ителә.
Андрей Назаров БР Хөкүмәте ағзаларына федераль программаларҙы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы айырым контролгә алырға, ғариза документацияһын сифатлы әҙерләүөлөшөндә эште көсәйтергә ҡушты.