Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа 3,7 меңдән ашыу юл билдәләре алыштырылған, 2,3 меңдән ашыу яңылары урынлаштырылған. Юлдарҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фото һәм видеотеркәүҙең стационар камералары һанын 527-гә еткереү планлаштырыла. Бынан тыш, республикала машинаның ауырлығын үлсәү контроль пункттары барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, быйыл 100 мең кубометрҙан ашыу яңы асфальт һалынасаҡ, бордюрҙар алмаштырыласаҡ, йәйәүлеләр үткәүеле төҙөкләндереләсәк һәм юл хәрәкәте билдәләре яңыртыласаҡ. Был саралар юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметергә ярҙам итергә тейеш.