Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ноябрь 2019, 11:20

Инвесторҙарға юл асыҡ

Шул уҡ ваҡытта эш милли валюталарҙа – һумдарҙа һәм кронда атҡарыласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия делегацияһы осрашыуында белдерелде.

Әле Чехия Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 34-се урында. Экспорт һәм импорт нигеҙҙә химия, машина эшләү продукциялары ташыуға ҡайтып ҡала.
“Был – беҙҙең эшләп еткермәү һөҙөмтәһе. 2024 йылға ике арала тауар әйләнешен ун тапҡырға арттырып, 90 миллион долларға еткерергә тәҡдим итәм, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостан сит ил бизнесмендары һәм инвесторҙары өсөн асыҡ. Чех партнерҙарыбыҙ менән сәнәғәт, туризм, транспорт секторҙары буйынса хеҙмәттәшлек ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген күрәбеҙ”.
Осрашыуҙа Башҡортостан-Чехия эш төркөмөн ойошторорға ҡарар ителде, ул Хөкүмәт-ара комиссия статусын йөрөтәсәк, тышҡы иҡтисади мәсьәләләрҙе оператив хәл итәсәк.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.
Читайте нас: