Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2019, 11:10

Ҡулдарында - киләсәккә билет

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән милли проекттар араһында мәғариф йүнәлешендәгеһе балаларға лайыҡлы белем биреү, уларҙың һәләтен төрлөсә үҫтереү, киләсәктә үҙ һөнәрен һайлауҙа ярҙам итеү һәм башҡа бик күп башланғыстарҙы күҙ уңында тота.

Республика ла ил етәксеһе билдәләгән бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға зур теләк менән ҡушылды. “Киләсәккә билет” — шул башланғыстарҙың береһе.
Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексы майҙансығында Һөнәрҙәр фестивале булды. Иртә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса “Киләсәккә билет” проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың 12 меңгә яҡын уҡыусыһы төрлө белгеслектәрҙе нәҡ бына ошо фестивалдә һынап ҡарай алды. Проектты “Йәш профессионалдар” (Ворлдскиллс Рәсәй) берләшмәһе ойошторҙо.
Читайте нас: