Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2019, 11:00

Хеҙмәт етештереүсәнлегенә һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүсе форум буласаҡ

Өфөнөң “Торатау” конгрес-холында 20 ноябрҙә республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә беренсе форум-хакатон буласаҡ.

“Хакатон – “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса уҡытыу уникаль федераль инициативаһы, - тип аңлатылар Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә. – Хакатон иҡтисадтың сеймал булмаған сегментындағы предприятиеларҙың топ-менеджерҙарына йүнәлтелгән. Улар үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге проблемаларын хәл итеү өсөн биш-һигеҙ кешенән торған командаларға берләшәсәк”.
Өфө хакатоны эксперттары иҫәбендә – Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы, Бөтә Рәсәй тышҡы иҡтисад академияһының етештереүсәнлекте үҫтереү үҙәге, республика хөкүмәте вәкилдәре, шулай уҡ бизнес-тренерҙар.
“Хакатонға милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар ҙа, иҡтисадтың сеймал булмаған сегментының потенциаль ҡатнашыусылары ла саҡырылған. Ғаризалар йыйыу йомғаҡтары буйынса эксперттар советы етештереүсәнлекте арттырыу тармағында төп мәсьәләләрҙе һайлап аласаҡ”, - тинеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Хакатонда ҡатнашыу өсөн тик ғариза ғына тултырырға кәрәк.
"Башинформ"
Читайте нас: